ҺӨЛӘЙМӘНДӘР - ҺӨНӘРМӘНДӘР 

Мәсетле районының Һөләймән ауылында «Һөләймәндәр - һөнәрмәндәр» исемле мәртәбәле сара уҙҙы.

Мәсетле районының Һөләймән ауылында «Һөләймәндәр - һөнәрмәндәр» исемле мәртәбәле сара уҙҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тап улар «Айыҡ ауыл - 2023» конкурсының муниципаль этабында еңеүсе булып табылды. Берҙәмлек һәм еңеүгә ынтылыш ярҙамында бында байтаҡ эштәр башҡарылды: сәләмәтлекте һаҡлауға, эскелекте иҫкәртеүгә һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуға йүнәлтелгән аңлатыу эштәре алып барылды. «Һуғым һуйыу өмәһе», «Һарыҡ ҡырҡыу», «Кис ултырыу», «Бәпескә исем ҡушыу» (быйыл ғына Һөләймәнгә һигеҙ бәпес ҡайтҡан), «Корама ҡороу», һәм башҡа фольклор байрамдары ойошторолдо. Ауылда Яңы йылды күңелле һәм дәртле ҡаршы алдылар, урам байрамдарын үткәрҙеләр, унда хужабикәләр һәм оҫталар оҫталыҡта һәм таҫыллыҡта ярышты. Ауыл урамы нисек йәшәргә тейешлеген күрһәтеү - төрлө тормош мәсьәләләренә күңелле, берҙәм, ижади, айыҡ ҡараш күрһәтеү төп маҡсаттарҙың береһе булып торҙо. Тыуған илгә ҡарата кешеләр күберәк изге эштәр башҡарһын өсөн, башҡалар ҙа яҡшы өлгө алырға тейеш. 

  Һөләймән ауылы тырыш һәм талантлы кешеләргә бай ауыл. Уларҙың барыһы ла әүҙем, сәләмәт тормош алып бара. Улар – уңышлы эшҡыуарҙар, спортсылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре. Күркәм Һөләймән ауылы илгә 28 атҡаҙанған шәхес бүләк иткән. Донъяға танылыу алған Вафа Әхмәҙуллин, Ризван Хажиев, Нәжибә Мәҡсүтова һәм башҡаларҙы тәрбиәләгән ауыл һәр ваҡыттағыса гөрләп йәшәй. Ошондай бейеклектәргә өлгәшер өсөн, сәләмәт һәм айыҡ тормош рәүешен алып барыу зарур. 

Һөләймән ауылы һөнәрмәндәренә арналған бөгөнгө сара бында тырыш һәм һәләтле кешеләр йәшәүен тағы бер тапҡыр күрһәтте. 

Байрамда Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Кадирова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Тәнзилә Кутлогилдина, виртуоз ҡумыҙсы - донъяның ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамав, Мәсетле районында тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы директоры, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Нәзирә Әхкәмова, Мәсетле районы мөхтәсибенең йәмәғәтселек менән эшләү буйынса ярҙамсыһы Закирйән Ғатауллин, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лариса Ишмөхәмәтова ҡатнашты. 

Сараны асып: «Айыҡ тормош тураһында хәстәрләү һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Кеше күрә, алкоголь бер кемгә лә яҡшылыҡ килтермәй, тик насарлыҡ ҡына. Туранан-тура беҙ сәләмәт балалар үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу өҫтөндә эш алып барабыҙ. Ә улар тик айыҡ йәшәү рәүешендә генә мөмкин. Ошоға бар саралар йүнәлтелгән. Айыҡ тормош беҙҙең норма булып ҡалыуын теләйем!» 

- тип билдәләне Әнис Әсәҙуллин. 

Был көндө башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға ҙур өлөш индергән ауыл халҡын бүләкләү тантанаһы ла уҙҙы. «Айыҡ ауыл» конкурсы барышында ҡатын-ҡыҙҙар советы (рәйесе - Альбина Әкбәрова) һәм «Ағинәйҙәр» йәмғиәте (рәйесе - Фәйрүзә Дуҫмөхәмәтова) ҙур эш алып барҙы. Уларҙың хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалманы.. Был көндө шулай уҡ оҙаҡ йылдар дуҫ һәм татыу йәшәгән ғаиләләр һә изге ҡотлауҙар ҡабул итте. 

Сарала ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың иғтибарын урындағы һөнәрмәндәрҙең һәм халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмәһе йәлеп итте. Унда ағастан эшләнгән әйберҙәр, традицион ҡурсаҡтар, башҡорт түш биҙәүестәре, көнкүреш әйберҙәре ҡуйылғайны. 

Сара аҙағында ҡунаҡтарҙы һыйланылар. Өҫтәл милли аш-һыуҙан һәм төрлө һый-ниғмәттәрҙән hығылып торҙо. Ауыл халҡы үҙ миҫалында айыҡлыҡ, ярҙамсыллыҡ һәм ихласлыҡ байрамында ваҡытты күңелле һәм дәртле итеп үткәрергә мөмкин булыуын күрһәтте! 

Һөләймәндәр «Айыҡ ауыл» конкурсында беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Уларҙың әйтеүенсә, был улар өсөн зарарлы ғәҙәттәрҙе бөтөрөүгә ҡаршы көстәрҙе берләштереү өсөн тағы бер этәргес көс булып тора. Халыҡтың тырышлығы бушҡа үтмәүе ҡыуаныслы: бөгөнгө көндә бер генә ғаилә лә наркологта иҫәптә тормай. Һөләймәндәр проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә эшләй, үҙ алдына юғары маҡсаттар ҡуя, ҙур өмөттәр һәм изге эштәр менән йәшәй. Улар бурыстарҙы үтәү өсөн айыҡ тормош алып барырға һәм шуның менән үҫеп килгән быуынға өлгө күрһәтергә кәрәклеген белә. Һөләймәндәргә еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ!

Анфиса Ишмөхәмәтова

#Трезвоесело2023 #Айыҡауыл2023 #мәсетлеләр #ҡоролтай

Последние новости

Туймазы участвуют в финале всероссийского конкурса

В городских пространствах Туймазов представят уникальный проект.

Списание долгов для мобилизованных граждан

Кто может воспользоваться правом на списание долгов и какие обязательства это касается.

Новая амбулатория открыта в селе Малонакаряково

В селе Малонакаряково Мишкинского района появилась новая медицинская структура.

Частотник

Осуществляем поставку в оговоренные сроки, обеспечивая быструю отправку

На этом сайте вы найдете актуальные вакансии в Арзамасе с предложениями работы от ведущих работодателей города

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *